Башҡортса «Китаптар»

image

Дуҫтар! Көтөлгән ваҡиға! Һеҙгә «Китаптар» башҡорт электрон китапханаһының төп версияһын эшләтеп ебәреүебеҙ тураһында ҡыуаныслы хәбәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бынан һуң һеҙгә, башҡортса яратҡан китабығыҙҙы эҙләп, интернет гиҙеүҙең кәрәге ҡалмаҫ, балалар китаптарынан һәм классиканан фәнни хеҙмәттәргә тиклем барыһы ла уңайлы бер ресурста тупланды. Үҙегеҙгә йөкмәгеҙ, уҡығыҙ, китаптарығыҙҙы өҫтәгеҙ, дуҫтарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ. Ә иң мөһиме — башҡортса уҡығыҙ!

http://kitaptar.bashkort.org/about

Әлеге көнгә сайтта башҡорт һәм башҡа телдәрҙәге 900-ҙән ашыу китап, дәреслек һәм журнал тупланды. Китаптар -төрлө форматта, шуға күрә уларҙы компьютерҙа ғына түгел, ә смартфондарҙа, планшеттарҙа һәм электрон китаптарҙа ла асыуы уңайлы.

Китапхананы артабан да яҡшыртыуҙы дауам итербеҙ, ләкин беҙгә ярҙамығыҙ кәрәк. Һеҙҙең был китапхананы тулыландырыуҙа ҡатнашыуығыҙ мөһим. Әйҙәгеҙ, уны бергәләп яҡшыртайыҡ, байытайыҡ! Етешһеҙлектәр тапһағыҙ беҙгә хәбәр итегеҙ, сервисты тағы ла уңайлыраҡ итеү тураһында уй-фекерҙәрегеҙҙе әйтегеҙ. Һеҙгә ниҙәр кәрәк икәнлеген яҡшыраҡ белһәк, беҙгә «Китаптар» китапханаһын камиллаштырыуы ла еңелерәк булыр.
Шулай уҡ үҙегеҙҙә булған, ләкин электрон китапханаға күсерелмәгән китаптарҙы бында һалырһығыҙ тип тә өмөтләнәбеҙ. Башҡалар ҙа шәхси китапханағыҙҙағы башҡорт әҙәбиәте хазинаһы менән таныша алһын ине. Тәү сиратта ниндәй китаптарҙы цифрлаштырыу кәрәклеген дә әйтерһегеҙ тип өмөтләнәбеҙ. 2016 йылдың 1 мартында бета-версияны һынау тамамланасаҡ, ә Өфөлә сервистың аҙаҡҡы версияһын күрһәтеү буйынса рәсми тантана үткәреләсәк. Тулыһынса эшләнеп бөткән китапханала уҡыу өсөн яңы, уңайлы инструменттар һәм меңдәрсә китап булыр.

Был тиклем ҙур күләмле проектты тормошҡа ашырыу еңелдән булманы. Айҙар буйына проект командаһы, «Башҡорт проекттары» берләшмәһе ирекмәндәре, китаптарҙы сканлау, цифрлау һәм интернетта эҙләү менән мәшғүл булды: Рәжәп Әхмәтйәнов, Марат Дауытов, Әлфиә Аҡбутина, Айнур Таңатов, Көнһылыу Ҡотлобаева, Марат Булатов, Марсель Урманшин, Ғәзиз Йосопов, Илмир Ишбаев, Сәлих Фәтихов, Тимур Йосопов, Әкрәм Әлибаев, Илнур Нурмөхәмәтов, Гөлсөм Теләүсина, Рәил Сәлимов, Алһыу Аҡбулатова һәм башҡа бик күптәр. Беҙҙең талантлы йәш эшкәртмәселәребеҙ Александр Батыргәрәев менән Алмас Ғиниәтуллинға бик ҙур рәхмәтлебеҙ. Уларһыҙ проект ғәмәлгә ашмаҫ ине. Рәхмәт! Китаптарҙы рәхәтләнеп уҡығыҙ!

Илдар Кинйәбулатов, «Башҡорт проекттары» берләшмәһе координаторы һәм Марат Әхмәтшин, «Китаптар» проекты координаторы.

Ә хәҙер хәбәрҙе дуҫтарығыҙға еткерегеҙ! Максималь репост!

Башҡорт клавиатураһында swipe булдырылды

Kika Keyboard постер

«Башҡорт проекттары» берләшмәһе Интернетта башҡорт телен ҡулланыуҙы тағы ла уңайлыраҡ итеү өсөн йәнә бер кескәй генә аҙым яһаны. «Android» операцион системалы ҡулайламалар өсөн яңыраҡ барлыҡҡа килгән һәм йылдам үҫеүсе «Kika keyboard» экран клавиатураһын эшләүселәр үҙ ҡушымтаһының яңыртылған версияһына беҙҙең ярҙам менән башҡорт хәрефтәре йыйылмаһын өҫтәргә риза булдылар. Улар үҙҙәренең эшкәртмәһен  «Сoolest, smartest, fastest» (иң шәп, иң аҡыллы, иң етеҙ) тип һүрәтләй. Килешәбеҙ, нәҡ шул сәбәптән башҡортса яңы экран клавиатураһы нигеҙе итеп «Kika»ны һайланыҡ та инде.

Kika keyboard ҡушымтаһын Google Play магазинынан алып ҡуйығыҙ

«Kika keyboard»тың төп өҫтөнлөктәре:

  • Тексты свайп (swipe) ярҙамында, йәғни бармаҡты экрандан алмай ғына, тиҙ һәм уңайлы итеп йыйыу.  Күптәрегеҙ белә: ул стандарт йыйыу ысулына ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, шунлыҡтан уның башҡорт теле өсөн дә индерелеүен күптән көтә инегеҙ.
  • Текст йыйғанда һүҙҙең һүҙлектән алып ҡуйыла барылыуы. Ҡушымта шулай уҡ һеҙ йыйған һүҙҙәрҙе һәм фразаларҙы хәтерләп, артабан уларҙы автоматик рәүештә ҡуллана.  Мәҫәлән, һеҙ «Сәләм» тип яҙһағыҙ, ул «Сәләм, хәлдәр нисек?» тип тулыландырырға тәҡдим итә. Был бик уңайлы һәм текст йыйыу тиҙлеген арттыра.
  • Смайлдар йәки emoji (эмодзи) хәҙер теләгән бер урынға, бөтә ҡушымталарҙа, шул иҫәптән СМС-та ла, индерелә ала.
  • Ҡушымта emoji-ҙарҙың  хәрефтәрҙән торған иң ябайҙары ла (^.^) (͡° ͜ʖ ͡°), арт-коллаж итеп эшләнгән ҡатмарлылары ла (һүрәттәрҙе ҡара) ҡуйылған.
  • GIF-анимацияларҙың беркетмә китапханаһы, ул  яратҡан йәнле мемдарығыҙҙы башҡа ҡушымталарға инеп тормайынса туранан-тура ебәреү мөмкинлеген бирә.
  • Экран клавиатураһын биҙәүҙең (скиндарҙың) төрлө стилдәре.
  • Шулай уҡ башҡа бик күп көйләнмәләр.

Сит ил эшкәртмәселәре менән хеҙмәттәшлеккә килгәндә, улар эскерһеҙ һәм ихлас ярҙамлашты. Улар беҙгә: «Йәнә һеҙгә бөтәһе өсөн дә рәхмәт. Эшмәкәрлегегеҙҙә ҡатнашыу беҙгә мәртәбә өҫтәй. Бәләкәс кенә ярҙамыбыҙ һеҙгә, һеҙҙең дуҫтарығыҙға, хатта бөтөн Башҡорт халҡына файҙалы булыр, тип ышанабыҙ! Командабыҙ һеҙҙең тап беҙҙе һайлауығыҙ өсөн оло шатлыҡ кисерә», – тип яҙҙы. Беҙ бөтә башҡорттарға шуны еткерергә теләйбеҙ: әгәр ҡайҙа ла булһа башҡорт теле индерелмәгәнен күрһәгеҙ, был хаҡта һис икеләнеп тормайынса эшкәртмәселәргә хәбәр итегеҙ.

Ҡушымтаның эшкәртмәселәре: Kika keyboard team
Проекттың координаторы: Рәил Сәлимов
Башҡортса мобиль хәрефтәр урынлаштырыу схемаһы: Илдар Кинйәбулатов һәм Рәил Сәлимов
Башҡорт теленең йышлыҡ һүҙлеге: БДУ-ның компьютер филологияһы лабораторияһы

 

image00

Башҡортса яңылыҡтарҙы твиттерҙа уҡығыҙ!

Сәләм, йәмәғәт! Быға тиклем бөтөн башҡортса яңылыҡтарҙы агрегатор битендә генә уҡырға мөмкин ине, ә хәҙер Twitter хеҙмәте аша ла уҡып була. Беҙҙең рәсми каналыбыҙға яҙылығыҙ! @NewsBashkort

@NewsBashkort

Башҡорт электрон китапханаһы

Books_logo

Дуҫтар, белүегеҙсә, башҡорт китаптарының тираждары һәм һатылыштары йылдан йыл кәмей. Нәшриәттәр бының менән ризалашып хәҙер уҡыусыларының иң тоғро, әммә иң аҙ һанлы өлөшөнә өмөт итә. Йәштәрҙең туған телендә уҡыу ғына түгел һөйләшергә теләүселәре лә һирәгәйә. Шуға ҡарамаҫтан, китаптар уҡырға мөмкинеселек биргән бер ресурс та юҡ.

Битараф булмаҫҡа кәрәк. Халҡыбыҙ әҙәби мираҫының тарих биттәренән һыҙылып ташланынуна юл ҡуйырға ярамай. Шуға күрә беҙ башҡорт электрон китапханаһын төҙөй башланыҡ, йәиһә кәрәкле китапты тиҙ генә табып, тейәп алып уҡый торған урын.

Сайт төҙөү эштең тик бәләкәй өлөшө генә. Китапхананы тулыландырыу ауырыраҡ. Шунлыҡтан беҙгә электрон рәүешкә күсерелгән китаптарҙы интернет буйлап эҙләргә һәм яңы китаптар сканировать итергә ярҙам итә алған волонтёрҙар кәрәк. Бергәләп беҙ был проектты ғәмәлгә ашырырбыҙ.

Волонтёрҙар өсөн анкета: http://bashkort.org/reg

Анкетаның һәр тултырыусыһына беҙ барыһын да ентекле аңлатып бирәсәкбеҙ һәм инструкция ебәрәсәкбеҙ. Шулай уҡ һеҙ турыға проекттың координаторына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: http://vk.com/ireck_wa_lee

Башҡорт проекттары өсөн хостинг

hosting

Читать на русском

Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү өсөн тырышып эшләгән шәхестәрҙе, берләшмәләрҙе хуплайым. Бөгөн иң ябай һәм һөҙөмтәле ысул — ул үҙебеҙҙең мәғлүмәти мөмкинлектәрҙе һәм сервистарҙы үҫтереү. Шуның өсөн дә башҡорт телендәге 2-3 сайтты үҙемдең хостингта 1 йылға бушлай урынлаштырырға әҙермен.

Һеҙҙең күптәрегеҙ башҡорт телендә сайт йәки веб-сервистар булдырыу хыялы менән йәшәйҙер, моғайын. Бәлки, ниндәйҙер концепцияғыҙ йәки аныҡ планығыҙ барҙыр. Бынан тыш, ошо сайтты дауам итеү, уны үҫтереү өсөн әҙер мәғлүмәттәрегеҙ һәм буш ваҡытығыҙ бар. Иң мөһиме, һеҙ был ресурстың халыҡҡа файҙалы, кәрәкле булыуына ышанырға һәм уны аңлатырға әҙер булырға тейешһегеҙ.

Читать далее Башҡорт проекттары өсөн хостинг