Дуҫтар, һеҙҙе терминологияны төҙөү һәм тәржемәләү буйынса яңы проектта ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Иҫләһәгеҙ, элек беҙ Google Docs хеҙмәтендә эшләп ҡарағайныҡ, ләкин уның уңайһыҙлығы алдан уҡ аңлашылды. Терминология ҙур ВК проектына ярҙамсы проект булғанға күрә, төп көстәрҙе таратмайынса, быға иғтибар итмәҫкә тырыштыҡ. Һуңынан оҙаҡ ҡына махсус тәржемә иткес эҙләнек, әммә, үкенескә күрә, таба алманыҡ.
Бер йыл элек ундай системаны үҙебеҙ яңынан төҙөргә тейешбеҙ тигән фекергә килдек, ә инде август айында эштәр башланды. Тәүҙә системаның архитектураһы билдәләнде, һуңынан дизайн-проект, сентярбҙә иң ҡатмарлы өлөшө — программалау һәм төҙөү башланды. Әле һеҙгә әҙер проектты күрһәтә алыуыбыҙға шатбыҙ!
Системаның ике яғы бар. Тышҡы яғы бөтөн донъяға, һәр бер интернет ҡулланыусыға асыҡ, унда тик модераторҙар раҫлаған төшөнсәләр генә күренә. Эске яғы — тәржемә итеү интерфейсы — был тәржемәселәрҙең, администраторҙарҙың эш урыны. Ундағы төп мөмкинлектәр: бер нисә телдә яңы төшөнсәләр өҫтәп була, һәр бер төшөнсәгә сикһеҙ тәржемәләр бирергә, һәр тәржемә өсөн тауыш биреп һәм фекер яҙырға мөмкин.
Иң тәүҙә 4 тәржемә йүнәлешенән башлайбыҙ: инглизсә-башҡортса, башҡортса-инглизсә, урыҫса-башҡортса, башҡортса-урыҫса, киләсәктә яңы телдәр өҫтәләсәк.
Терминология сайтында хаталар, уңайһыҙ эшләнгән урындары күп әле. Статусын хәҙер beta тип иҫәпләйбеҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙҙа уны яйлап шымартырбыҙ. Хаталар тапһағыҙ, проекттың баг-треккерына яҙығыҙ, зинһар: http://termin.reformal.ru
Теркәлегеҙ, ҡатнашығыҙ, башҡорт телен байытығыҙ!
https://termin.bashkort.org
Иҙел Үтәбаев, Илдар Кинйәбулатов