Роскомнадзор Китаптар башҡорт онлайн-китапханаһын бикләне

Бикләү йәһәтенән сайт хакимдарының рәсми белдереүе

Кисә РФ-та йәшәгән ҡулланыусыларыбыҙ kitaptar.bashkort.org онлайн-китапхана сайтының эшләмәүенә зарлана башланы. Сил илдәрҙәге ҡулланыусылар һәм VPN ҡуйғандар сайтҡа тотҡарлыҡһыҙ инә. Баҡһаң, 16 мартта Роскомнадзор eais#2239793 белдереүен ебәргән, унда бер китаптың бер битен юйыу талабы ҡуйылған. Белдереүҙә А.Т. Бердиндың «Татар-башҡорт этносоциаль симбиозы тураһында» мәҡәләһе тураһында һүҙ бара (уның атамаһында тыйылған бер китаптың исеме килтерелгән.

Ваҡытлыса яңы сайт көҙгөһөн эшләп ҡуйҙыҡ:
https://kitap.bashkort.org

Роскомнадзорҙың тыйылған мәғлүмәттәр реестры битендә бикләү сәбәбе итеп Пенза өлкәһе Городище район судының 2008 йыл 22 февраль сыҡҡан 2-37-се ҡарары күрһәтелгән. Иғтибарығыҙҙы шуға йүнәлтергә кәрәк: 2008 йылда Китаптар китапханаһы ла, А.Т. Бердиндың мәҡәләһе лә юҡ ине әле. Роскомнадзор ҡарарында, моғайын, РФ-та тыйылған материалдар исемлегенә 130-сы һан аҫтында индерелгән тыйылған китап үҙе күҙҙә тотолғандыр, тип фаразлайбыҙ.

Роскомнадзорға оҡшамаған мәҡәләгә килгәндә, ул әлегә тыйылғандар исемлегенә индерелмәгән. Иң ҡыҙығы шул: был мәҡәләлә Башҡортостандың билдәле ғалимы, милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса белгес Азат Таһир улы Бердин РФ-та тыйылған шул китапты тәнҡитләй.

Китаптар онлайн-китапханаһы 2014 йылда булдырылды һәм башҡорт телле аудитория өсөн мөһим ресурс булып тора. Ул Башҡорт проекттары берләшмәһе ирекмәндәре төркөмө тарафынан әҙерләнде һәм үҫтерелә, улар бында башҡорт телендәге, башҡорттар һәм Башҡортостан тураһындағы китаптарҙы сканлап һала.   Йыл һайын сайтҡа 60 меңгә яҡын кеше килә. Сайт коммерцияға ҡарамаған проект булып тора һәм ирекмәндәрҙең үҙ аҡсаһына аҫрала. Сайт коммерцияға ҡарамаған проект булып тора һәм ирекмәндәрҙең үҙ аҡсаһына аҫрала.

Әлегә беҙ Роскомнадзорға материалды юйҙырыуыбыҙ, ә бикләүҙең нигеҙһеҙ һәм законһыҙ эшләнгәнлеге тураһында рәсми мөрәжәғәт ебәрҙек. Әгәр ресурс законлы мөҙҙәттә асылмаһа, беҙ Роскомнадзор хеҙмәткәрҙәренең законһыҙ ғәмәлдәре өҫтөнән ялыу бирергә ниәтләйбеҙ.

Башҡорттар хаҡында — «Bashkort 2.0»

Книга Bashkort 2.0

Күптән түгел башҡорт йәмғиәтселеге ҡыуанслы яңылыҡ кисерҙе: өр-яңы форматтағы «BASHKORT 2.0» китабының исем туйы үтте. Замана башҡорт йәштәренең уңыш серҙәрен туплаған хеҙмәттең авторы — Эльвира Муталова.

«Ун йылдан артыҡ Башҡортостандан ситтә йәшәүемә ҡарамаҫтан, бар йәмәғәт эшмәкәрлегем башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтеререүгә, республикабыҙҙы башҡа региондар алдында лайыҡлы күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Мәктәп йылдарынан алып әүҙем йәмәғәт тормошо, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында уҡып сығыуым, 2007 йылда Рәми Ғарипов исемендәге премияға лайыҡ булыуым, Санкт-Петербург ҡалаһында “Аманат” Башҡорт йәштәр ассоцияцияһын төҙөүем һәм уның менән идара итеүем, Санкт-Петербургта һәм бар Ленинград өлкәһендә Башҡорт ҡоролтайын булдырыу – ошо һәм башҡа күренештәр мине яйлап ҡына ошо китапты сығарыу юлына алып килде» — ти автор.

“Bashkort 2.0” китабының геройҙары Башҡортостанда, Рәсәйҙә генә түгел, Азия, Европа илдәрендә, Төнъяҡ Америка, Австралия йәшәй. Һәр береһе – сағыу шәхес, үҙ-үҙенә ышанған, үҙенең генә түгел, башҡаларҙың да тормошон мәғәнәле итергә ынтылған башҡорт егет-ҡыҙҙары.

Билдәле режиссер, башҡорт кинематографияһына “Еңмеш”, “Әсә”, “Өфөнән һөйөү менән” фильмдары менән ҡойон кеүек килеп инем яңы һулыш өргән Айнур Асҡаров, алып барыусы, кескәйҙәргә “Бауырһаҡ апай”, ә өлкәндәргә, ғөмүмән, республика халҡына танылған алып барыусы, “Тамыр” телеканалы режиссеры булараҡ таныш булған Ләйсән Мәзитова, Өфө һәм Санкт-Петербург ҡалаларының йәш эшҡыуарҙарының береһе Руслан Хәлимов, “Рәсәй терәге” бизнес-ойошманың региондағы бүлек директоры Тимур Лоҡманов, “Green plate” тиҙ хеҙмәтләндереү ресторандар, “Өс тәрилкә” ашханалар селтәре хужаһы Ренат Хиләжев,16 йәшендә үҙ бизнесын асып, 19 йәшенә килемен миллион һумдарға еткергән, 20 йәшендә тәүге китабын сығарған эшҡыуар Азат Вәлеев, “Бәйләнештә” селтәренең интерфейсын башҡорт теленә тәржемә итеүсе, Android һәм Mac OS өсөн башҡорт клавиатураһын эшләп сығарыусы, “Башҡорт радиоһы” ҡушымтаһы, “Kitaptar” башҡорт электрон китапханаһы һәм башҡа проекттар авторы Илдар Кинйәбулатов, Беренсе каналда эшләүсе, билдәле Рәсәй һәм халыҡ-ара саралар режиссеры, яҡташтары менән тик башҡортса ғына һөйләшкән Гөлназ Ғәлимуллина һәм башҡа милләтебеҙҙең зыялы йәштәре хаҡында йәнле әңгәмәләр, үҙенсәлекле блиц-һорауҙар, махсус бүлектәр аша ғына түгел, күҙҙе һөйөндөрөп тулы бер биткә бирелгән матур, сифатлы фотоһүрәттәр ярҙамында рәхәтләнеп уҡырға була.

Китап авторы Эльвира Муталова үҙе әйтеүенсә, ул гел илһамландырыусы, яңы үрҙәргә әйҙәүсе йәштәр хаҡында ҡыҙыҡлы тарихтар уҡырға ярата, әммә ошондай башҡорт йәштәре хаҡында

ғына бер ҡайҙан да мәғлүмәт таба алмай. “Bashkort 2.0” проекты Эльвираның үҙе һымаҡ даими эҙләнгән, үҫешкә ынтылған, тик яҡшы миҫалдарға ғына ынтылғандар өсөн генә түгел, бар халҡыбыҙ өсөн – оло табыш.

Айгөл ЙӘМИЛЕВА

Google Summer of Code 2013

Асыҡ кодлы софт донъяны үҙгәртә һәм киләсәкте булдыра. Ярҙам иткең киләме?

Логотип Google Summer of Code 2013

Google’дың „Код йәе“ программаһы (Google Summer of Code), яҡынса 6000 студентты һәм 300-ҙән артыҡ асыҡ кодлы компьютер программалары етештереүсе проекттарҙы берләштереп, миллионлаған юл кодты майҙанға килтерде. 2013 нең „Код йәе“н тағы ла шәберәк итеү өсөн кураторҙар һәм студенттарҙы ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Google’дың „Код йәе“ программаһы студенттарҙы асыҡ код яҙыуға йәлеп итеү ниәте менән уйлап табыла. 2005 йылда башланған әлеге программаның бер нисә маҡсаты бар:

  • йәштәрҙең асыҡ кодлы программалар етештереү эшенә ҡатнашыуына этәргес биреү;
  • компьютер ғилеме йәиһә сиктәш фәндәрҙе өйрәнеүсе студенттарға йәй көнө дәреҫтәре һәм буласаҡ һөнәрҙәре менән бәйле өлкәлә эшләү мөмкинлеге биреү;
  • студенттарҙы ысынбарлыҡтағы программалау шарттары менән таныштырыу (мәҫәлән, бер проекта бер-береһенән йыраҡ арала булған кешеләрҙең ҡатнашыуы, программаларҙы лицензиялау мәҫәләләре, хат таратыу хеҙмәтендәге (mailing-list) тәртиптәр һ.б.);
  • бар кешелек файдаһына күберәк асыҡ кодлы программалар яҙыу һәм нәшер итеү;
  • асыҡ кодлы проекттарға яңы программистар табырға ярҙам итеү.

Уңышлы студенттарға, өс ай дауамында үҙҙәренең төп иғтибарын программалау проекттарына йүнәлдерергә мөмкинлек биреп, беҙ 5000$ күләмендәге стипендия тәҡдим итәсәкбеҙ. Был программа тулыһынса Интернет аша алып барыласаҡ. Уҙған йылдарҙа программала ҡатнашкан студентар һәм етәкселәр донъяның 100-ҙән артыҡ иленән ине.

Асыҡ кодлы проекттарҙан ғаризаларҙы Google 2013 йылдың 18 мартынан алып 29 мартына тиклем ҡабул итәсәк. Студенттарҙың ғаризалары 2013 йылдың 22 апреленән алып 3 майына тиклем ҡабул ителәсәк.

Ҡатнашыу талаптары, ғариза биреү тәртибе һәм (иң мөһиме!) футболка тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге сайттан таба алаһыҙ:
http://www.google-melange.com

Текст өсөн Рөстәм Батталға рәхмәт.

Принтерҙа баҫтырыу өсөн файл (ODT форматында)