Дуҫтар, белүегеҙсә, башҡорт китаптарының тираждары һәм һатылыштары йылдан йыл кәмей. Нәшриәттәр бының менән ризалашып хәҙер уҡыусыларының иң тоғро, әммә иң аҙ һанлы өлөшөнә өмөт итә. Йәштәрҙең туған телендә уҡыу ғына түгел һөйләшергә теләүселәре лә һирәгәйә. Шуға ҡарамаҫтан, китаптар уҡырға мөмкинеселек биргән бер ресурс та юҡ.
Битараф булмаҫҡа кәрәк. Халҡыбыҙ әҙәби мираҫының тарих биттәренән һыҙылып ташланынуна юл ҡуйырға ярамай. Шуға күрә беҙ башҡорт электрон китапханаһын төҙөй башланыҡ, йәиһә кәрәкле китапты тиҙ генә табып, тейәп алып уҡый торған урын.
Сайт төҙөү эштең тик бәләкәй өлөшө генә. Китапхананы тулыландырыу ауырыраҡ. Шунлыҡтан беҙгә электрон рәүешкә күсерелгән китаптарҙы интернет буйлап эҙләргә һәм яңы китаптар сканировать итергә ярҙам итә алған волонтёрҙар кәрәк. Бергәләп беҙ был проектты ғәмәлгә ашырырбыҙ.
Волонтёрҙар өсөн анкета: http://bashkort.org/reg
Анкетаның һәр тултырыусыһына беҙ барыһын да ентекле аңлатып бирәсәкбеҙ һәм инструкция ебәрәсәкбеҙ. Шулай уҡ һеҙ турыға проекттың координаторына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: http://vk.com/ireck_wa_lee