Башҡортса «Китаптар»

image

Дуҫтар! Көтөлгән ваҡиға! Һеҙгә «Китаптар» башҡорт электрон китапханаһының төп версияһын эшләтеп ебәреүебеҙ тураһында ҡыуаныслы хәбәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бынан һуң һеҙгә, башҡортса яратҡан китабығыҙҙы эҙләп, интернет гиҙеүҙең кәрәге ҡалмаҫ, балалар китаптарынан һәм классиканан фәнни хеҙмәттәргә тиклем барыһы ла уңайлы бер ресурста тупланды. Үҙегеҙгә йөкмәгеҙ, уҡығыҙ, китаптарығыҙҙы өҫтәгеҙ, дуҫтарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ. Ә иң мөһиме — башҡортса уҡығыҙ!

http://kitaptar.bashkort.org/about

Әлеге көнгә сайтта башҡорт һәм башҡа телдәрҙәге 900-ҙән ашыу китап, дәреслек һәм журнал тупланды. Китаптар -төрлө форматта, шуға күрә уларҙы компьютерҙа ғына түгел, ә смартфондарҙа, планшеттарҙа һәм электрон китаптарҙа ла асыуы уңайлы.

Китапхананы артабан да яҡшыртыуҙы дауам итербеҙ, ләкин беҙгә ярҙамығыҙ кәрәк. Һеҙҙең был китапхананы тулыландырыуҙа ҡатнашыуығыҙ мөһим. Әйҙәгеҙ, уны бергәләп яҡшыртайыҡ, байытайыҡ! Етешһеҙлектәр тапһағыҙ беҙгә хәбәр итегеҙ, сервисты тағы ла уңайлыраҡ итеү тураһында уй-фекерҙәрегеҙҙе әйтегеҙ. Һеҙгә ниҙәр кәрәк икәнлеген яҡшыраҡ белһәк, беҙгә «Китаптар» китапханаһын камиллаштырыуы ла еңелерәк булыр.
Шулай уҡ үҙегеҙҙә булған, ләкин электрон китапханаға күсерелмәгән китаптарҙы бында һалырһығыҙ тип тә өмөтләнәбеҙ. Башҡалар ҙа шәхси китапханағыҙҙағы башҡорт әҙәбиәте хазинаһы менән таныша алһын ине. Тәү сиратта ниндәй китаптарҙы цифрлаштырыу кәрәклеген дә әйтерһегеҙ тип өмөтләнәбеҙ. 2016 йылдың 1 мартында бета-версияны һынау тамамланасаҡ, ә Өфөлә сервистың аҙаҡҡы версияһын күрһәтеү буйынса рәсми тантана үткәреләсәк. Тулыһынса эшләнеп бөткән китапханала уҡыу өсөн яңы, уңайлы инструменттар һәм меңдәрсә китап булыр.

Был тиклем ҙур күләмле проектты тормошҡа ашырыу еңелдән булманы. Айҙар буйына проект командаһы, «Башҡорт проекттары» берләшмәһе ирекмәндәре, китаптарҙы сканлау, цифрлау һәм интернетта эҙләү менән мәшғүл булды: Рәжәп Әхмәтйәнов, Марат Дауытов, Әлфиә Аҡбутина, Айнур Таңатов, Көнһылыу Ҡотлобаева, Марат Булатов, Марсель Урманшин, Ғәзиз Йосопов, Илмир Ишбаев, Сәлих Фәтихов, Тимур Йосопов, Әкрәм Әлибаев, Илнур Нурмөхәмәтов, Гөлсөм Теләүсина, Рәил Сәлимов, Алһыу Аҡбулатова һәм башҡа бик күптәр. Беҙҙең талантлы йәш эшкәртмәселәребеҙ Александр Батыргәрәев менән Алмас Ғиниәтуллинға бик ҙур рәхмәтлебеҙ. Уларһыҙ проект ғәмәлгә ашмаҫ ине. Рәхмәт! Китаптарҙы рәхәтләнеп уҡығыҙ!

Илдар Кинйәбулатов, «Башҡорт проекттары» берләшмәһе координаторы һәм Марат Әхмәтшин, «Китаптар» проекты координаторы.

Ә хәҙер хәбәрҙе дуҫтарығыҙға еткерегеҙ! Максималь репост!

Башҡорт электрон китапханаһы

Books_logo

Дуҫтар, белүегеҙсә, башҡорт китаптарының тираждары һәм һатылыштары йылдан йыл кәмей. Нәшриәттәр бының менән ризалашып хәҙер уҡыусыларының иң тоғро, әммә иң аҙ һанлы өлөшөнә өмөт итә. Йәштәрҙең туған телендә уҡыу ғына түгел һөйләшергә теләүселәре лә һирәгәйә. Шуға ҡарамаҫтан, китаптар уҡырға мөмкинеселек биргән бер ресурс та юҡ.

Битараф булмаҫҡа кәрәк. Халҡыбыҙ әҙәби мираҫының тарих биттәренән һыҙылып ташланынуна юл ҡуйырға ярамай. Шуға күрә беҙ башҡорт электрон китапханаһын төҙөй башланыҡ, йәиһә кәрәкле китапты тиҙ генә табып, тейәп алып уҡый торған урын.

Сайт төҙөү эштең тик бәләкәй өлөшө генә. Китапхананы тулыландырыу ауырыраҡ. Шунлыҡтан беҙгә электрон рәүешкә күсерелгән китаптарҙы интернет буйлап эҙләргә һәм яңы китаптар сканировать итергә ярҙам итә алған волонтёрҙар кәрәк. Бергәләп беҙ был проектты ғәмәлгә ашырырбыҙ.

Волонтёрҙар өсөн анкета: http://bashkort.org/reg

Анкетаның һәр тултырыусыһына беҙ барыһын да ентекле аңлатып бирәсәкбеҙ һәм инструкция ебәрәсәкбеҙ. Шулай уҡ һеҙ турыға проекттың координаторына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: http://vk.com/ireck_wa_lee